Библиографическое пособие “Дети войны” – воспоминания детей военного времени
Инеш һүҙ
Хөрмәтле дуҫтар!
Һеҙгә тәҡдим ителгән йыйынтыҡта Башҡортостандың Шишмә районы ауылдарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылдағы бөтә ауырлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә күтәргән һуғыш осоро балаларының иҫтәлек-хәтирәләре тупланды. Бала һәм һуғыш тигән төшөнсәләр бөтөнләй тап килмәй. Әммә Бөйөк Ватан һуғышы был ҡанундарға буйһонмай. Балаларҙың бәхетле тормошон селпәрәмә килтерә. Уларҙың тормошонда балалыҡ йылдары бер миҙгелдә юҡ була. Бәхетле баласағы урланған, нығынмаған яурындарына һуғыштың бөтә ауырлыҡтары төшкән балалар мең төрлө михнәт кисерә, аслыҡтан, һыуыҡтан, етемлектән интегә. Әммә Еңеүгә булған өмөт уларға көс өҫтәй, фиҙакәр хеҙмәте менән улар Тыуған илгә тоғролоҡтарын күрһәтә, аҡыл һәм көс менән дә етмәҫлек эштәр башҡарып, яҡты киләсәккә ҙур өлөшөн индерә. Ошо дәһшәтле һәм шанлы осорҙоң төрлө күренештәрен, ваҡиғаларын үҙ күҙҙәре менән күргән, үҙ елкәләренән үткәргән апай-ағайҙарҙың хәтирәләре һеҙгә тарихтың тағы ла яңы биттәрен асыр тип ышанабыҙ.
Ҡулланма Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы һуғыш осоро балалар ының иҫтәлектәрен, хәтирәләрен киләсәк быуындарға тапшырыуҙы төп бурыс итеп ҡуйҙы. Был ҡулланма Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлана.
Һуғыш осоро балалары иҫтәлектәре киң ҡатлам китап уҡыусыларына тәғәйенләнә.
Поделиться: