/ Новости/ #БиблиотекаГорный_Моясемья

#БиблиотекаГорный_Моясемья

Кляшевская сельская модельная библиотека присоединяется к сетевой акции “Моя семья”. Организатор акции Горновская сельская модельная библиотека -центр досуга детей МАУК “Чишминская районная межпоселенческая библиотека” МР Чишминский район Республики Башкортостан.
Акция посвящена Дню семьи, любви и верности.

Мин, Нургизә Ямалетдинова. Әсәйем Ҡыйғы, ә атайым Ейәнсура районында тыуып үҫкәндәр. Үҙем баш ҡалабыҙ Өфөлә яҡты донъяға килгәнмен. Бөгөнгө көндә Шишмә районының Келәш ауылында ғүмер итәбеҙ. Бөйөк Мостай ауылында, ул йөрөгән юлдар буйлап йөрөү минең өсөн үҙе ҙур ғорурлыҡ. Мин уның ижады менән яҡындан таныш, шиғырҙарын яттан беләм. Ғөмүмән, күренекле шәхестәр ижады менән танышмын. Әсәйемдең яҡташы Рафаэль Сафиндың ижады күңелгә ныҡ яҡын, атайымдың яҡташы Сөләймән Абдуллиндың йырлауы ни тора, уның да яҙмаларын һәр саҡ тыңлайым. Яҡташтар ижады менән һәр саҡ таныш булыу бер маҡсат булһа, ғаиләбеҙ ике райондың да ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итә. Иң элек шәжәрә өйрәндек, туғандар менән берҙәм ғүмер итәбеҙ. Олатай – өләсәйҙәр менән осрашыу үҙе ҙур бәхет. Уларҙың йәшлек йылдарында уйнаған уйындарын: парина, бөрлөгән һәр береһен беҙгә өйрәттеләр. Ҡырға сыҡҡан мәлдәрҙә бергәләп милли уйындар уйнайбыҙ. Кемдер ҡурай уйнаһа, кемдер ҡумыҙ сиртә, ә мин гитарала уйнайым. Ололарҙы ололау беҙҙең иң төп бурыс. Иҫәндәре менән йышыраҡ күрешергә тырышабыҙ, яҡты донъянан киткәндәр хөрмәтенә ҡорбан салабыҙ, Ҡөрьән аяттар уҡытып торабыҙ. Тарихты, үкәнеңде белмәгәндең киләсәге юҡ тиҙәр, тарихты өйрәнеп, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итеп ғүмер итәбеҙ. Иң мөһиме ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлайбыҙ. Зифа апай Нагаеваға мөрәжәғәт итеп ғаиләбеҙгә арнап йыр ҙа яҙҙырып алдыҡ. “Баласаҡ урманым” тип атала. Ул беҙҙең ғаиләнең гимны.

Поделиться:

Полезные ссылки