#Мыславимкрайродной, #PROдвижениекраеведческойкниги
Кляшевская сельская модельная библиотека принимает участие в акции – «PRO-движение краеведческой книги» и создании Всероссийского виртуально-литературного сборника «Мы славим край родной».
Организатор акции МКУК «МЦБС ГГО» Крутоярская сельская библиотека №24
Тыуған ерҙә.
Һағыныу хисе, миңә ҡанат ҡуйып,
Алыҫ ерҙе яҡын иттерҙе,
Мин ауылға ҡайттым,
Тыуған ергә,
Күленә ҡайтҡан аҡҡош шикелле.
Уҙған ғүмер төҫлө боролма юл,
Күкһелләнгән тауҙар тулҡыны,
Һары океан – бешкән башаҡ еҫе,
Ҡуйы урман, Убыр упҡыны…
Әсәй ҡулы кеүек яҡын миңә,
Таныш бында миңә һәр ҡыуаҡ,
Был ерҙәрҙә аунап, көсөк һымаҡ,
Ғәмһеҙ үтте минең бала саҡ.
Ҡомдан уҙған йылан эҙе кеүек,
Баҫыуҙарҙы йырып, юл килә.
Юл буйында
Урман үгәйһеткән
Япа – яңғыҙ ҡайын эйелә.
Хәтерләйем, ҡояшлы көҙ ине
Мин ауылдан киткән сағымда,
Үкһей – үкһей, әсәй оҙата килде,
Беҙ туҡтаныҡ ҡайын янында.
Күләгәләр япты уның йөҙөн,
Ҡояш инде шул саҡ болотҡа,
Йәшкә ҡушып үпте күҙҙәремде:
– Бәхетле бул, беҙҙе онотма…
Яулыҡ осон сәйнәп ҡалды әсәй,
Ҡарт ҡайынға һалып беләген,
Мин – таш бәғер,
Шул саҡ аңламаным
Улын һөйгән әсә йөрәген.
Ғәмһеҙ атлап киттем…
Бөгөн тағы тыуған ҡырҙарымдың
Тупрағына баҫып киләм мин,
Ләкин инде донъя матурлығын,
Тормош михнәттәрен беләм мин.
Һағыныу хисе миңә ҡанат ҡуйҙы,
Яҡты уйҙар оҙата барҙылар,
Бына хәҙер
Бер ояла үҫкән
Иҫке дуҫтар ҡаршы алдылар.
Атай –
Һаман ата арыҫлан ул,
Баҫҡан ерҙә ташты илата,
Әсәй –
Әүәлгесә
Ҡайғыһын да,
Шатлығын да йәшкә сылата.
Ҡайғы йәше әсе, ул йәш кибер,
Мин ҡайттым бит, әсәй, ул китер.
Шатлыҡ йәшен тыйма тамғанда.
Татлы йәш ул, саф ул, ысыҡ һымаҡ,
Ә ысыҡ төшә аяҙ таңдарҙа.
1939 й.
Поделиться: