/ Новости/ Мостай Кәрим иленә сәйәхәт

Мостай Кәрим иленә сәйәхәт

Келәш ауылы Шишмә районында ғына түгел, бәлки Рәсәй кимәлендә лә уникаль ауылдыр. Шул тиклем арҙаҡлы шәхестәрҙе, талант эйәләрен тыуҙырырға бер ауылдың потенциалы нисек еткән?

Келәш ауылы үҫеше Мостафа Сафа улы Кәримов менән үҙенең иң юғары нөктәһенә етте. Был улы менән Келәш Дан ҡаҙанды.Бөгөн Келәш ауылының моделле китапханаһы Шишмә районының Дурас ауылы уҡыусыларың ҡабул итте. Күпме аҡыл, фәһем алып булыр ине Мостай ағайҙан! Тик тормош ҡанундарына ҡаршы барып булмай. Уның вариҫтары – беҙгә Ағайыбыҙ, Илебеҙҙең Даны, Намыҫы төгәл йондоҙлоҡ әҫәрҙәр ҡалдырҙы – уларҙың һәрбереһе аҡыл шишмәһе, хистәр донъяһы, тормошҡа дан, ергә һөйөү. Шуның өсөн уҡып – уҡып ялҡыттырмай улар, яңынан яңыса асылып торалар. Алдағы быуын һис шикһеҙ уларҙы яңыса асар һәм 100 -200 йылдан һуң да Мостай йондоҙлоғо балҡыр.

Поделиться:

Полезные ссылки