Татыу ғаилә – ил күрке
Үҫемлек – тамырҙан, йылғалар – шишмәнән юл алған һымаҡ, кеше тормошо ла тыуған йорттан, атай нигеҙенән башлана. 1 март – “Башҡорт ғаиләһе көнө”.
“Тарих” – һәр ғаиләнең тарихы бар. Тарих – ул ғаилә шәжәрәләрендә сағылыш таба.
“Ҡәлғә” – һәр кем өсөн үҙ ғаиләһе – ул ҡәлғә. Ул унда терәк, таяныс таба, ата-әсәләрҙең ярҙамын, ҡурсалауын, йылыһын тойоп йәшәй.
“Йола” – һәр бер ғаиләнең байрамдары, үҙ йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре бар. Никахлашыу, башҡорт туйы, бәпес, исем туйы (башҡорт ғаиләһендә – башҡорт исемдәре), шәжәрә байрамы, ауылдаштар байрамы һ.б. кеүек йолаларҙың әлеге көндәлә йәшәп килеүе – ҡыуаныс.
Дуҫлыҡ – ғаиләнең нигеҙендә шулай уҡ ғаиләне бер бөтөн иткән үҙ-ара дуҫлыҡ, ихтирам, иғтибар тойғолары.
“Дәүләт” – беҙҙең дәүләтебеҙ, тыуған илебеҙ – Башҡортостан. Республикабыҙҙа халыҡтар бик күп, төрлө-төрлө. Улар ҙа бер ғаилә кеүек дуҫ, татыу йәшәй. Ғаилә – ул йәмғиәтте, дәүләтте барлыҡҡа килтерә торған берләшмә. Ғаиләләребеҙ ныҡ, дуҫ, татыу булһа, илебеҙ ҙә көслө буласаҡ.
Татыу ғаилә – ил күрке тиҙәр халыҡта.
Эйе, олатай-өләсәйҙәрҙең мираҫын, тәрбиәһен быуындан-быуынға тапшырыу – беҙҙең бурысыбыҙ. Үткәндәрҙе барлап, киләсәккә ынтылып, нәҫел ептәрен өҙмәй генә йәшәү кәрәк. Үткәндәрҙе тоташтырып торған нәҫел ебе, нәҫел тамыры ҡоромаһын ине. Нәҫел ағасыңды белеү, эҙләү – барыбыҙҙың да иҙге бурысы!
Поделиться: